.
Чтение книги онлайн.
Читать онлайн книгу - страница 1
© Дика Кара, 2021
© Ләйсән Әхмәҙуллина, перевод, 2021
ISBN 978-5-0055-8566-0
Создано в интеллектуальной издательской системе Ridero
Көн кискә ауыша.
Көн эҫеһе урынына киске еләҫ рәхәтлек килде. Бар терелек еңеллек менән тын алды.
Бөтә йәшеллек һәм йәнлектәр йоҡоға әҙерләнгән саҡта, теңкә ҡоротҡос ләпәктәр үҙ эшенә тотондо.
Бәпембә-ҡарт йоҡоға китер алдынан әҙерәк бәпембә-ейәнсәрҙәре менән әңгәмәләшеп алырға булды.
– Борон бәпембәләр әйтер ине, имеш тә донъяла иң кәрәклеһе һәм ҡиммәтлеһе – һайлай алыу һәм ыңғай Ел. Дөрөҫтөр, тик мин шуны өҫтәр инем: иң мөһиме – ата-әсә япрағы яҡын булһын!
Олатай һүҙҙәре бәпес-бәпембәләрҙе аптырауға һалды:
– Нисек инде, ата-әсә япрағы яҡын булһын, олатай? Ул алыҫ та булырға мөмкинме ни?
– Ярай, ваҡыты килгәс, аңларһығыҙ, – тип туҡтатты әңгәмәне олаталары. «Иртәрәк шул әле, аңламайҙар», – тине эстән генә олатай-бәпембә, ә ауыҙынан ошондай һүҙҙәр сыҡты:
– Әйҙәгеҙ, йоҡларға ятайыҡ. Һуң инде.
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, тигәндәй, олатай һүҙҙәре бер бәпембә-ейәнсәренең башынан һис тә сығырға ашыҡманы.
– Олатай, аңлатсы, нисек инде улай? Ниңә улай тип әйттең? Йә инде, аҡыллы һүҙеңде ишеттер!
– Әллә аҡыллы, әллә йүнһеҙ булды был һүҙ… – тип сәйер яуапланы олатай күҙен дә асмай.
– Һөйлә инде, олатай! – тип бимазаланы һаман ейәнсәре.
– Йә, ярай, улайһа, тыңлағыҙ, – тип һөйләүен башлап ебәрҙе олатай-бәпембә, йоҡоһон ҡыуып ебәрергә тырышып.
Борон хозур ғына бер тау итәгендә бәпембәләр йәшәгән. Был изге мәхлүҡтәр торған ер матур, һауаһы шул тиклем саф булған, Ҡояш та уларҙы үҙ балалары һымаҡ иркәләтеп, нурға-йылыға сорнап ҡына үҫтергән.
Апрель айында, ер ҡарҙан әрселеү менән, бәпембәләр дәррәү генә баштарын ҡалҡытып, рәхәт тормош башлайҙар. Бәпембәләр һәр бер көнгә ҡыуанып, ә башҡалар – йәнлектәр, ҡоштар һәм һәр уҙаман-бәпембәләр менән һоҡланып йәшәне. Һәр яңы көн бәпембәләргә ҡыуаныс килтереп торҙо һәм улар Ҡояшҡа үрелеп үҫә бирҙеләр.
Ҡояштың беренсе яғымлы нурҙары тейеү менән, бәпембәләр иркәләнеп күҙҙәрен астылар, кирелә-кирелә һап-һары эшләпәләрен кейҙеләр. Кис төнгә ауышҡанда иһә бәпембәләр ерҙәге, һауалағы күршеләрәнә тыныс йоҡолар, тәмле төштәр теләй-теләй, үҙҙәре лә йоҡоға талалар.
Конец ознакомительного фрагмента.
Текст предоставлен ООО «ЛитРес».
Прочитайте эту книгу целиком, купив полную легальную версию на ЛитРес.
Безопасно оплатить книгу можно банковской картой Visa, MasterCard, Maestro, со счета мобильного телефона, с платежного терминала, в салоне МТС или Связной, через PayPal, WebMoney, Яндекс.Деньги, QIWI Кошелек, бонусными картами или другим удобным Вам способом.